0%

Саңғыларым(шиғыр). И.Әхтәмйәнов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Саңғыларым ( шиғыр )
автор И.Әхтәмйәнов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Саңғыларым


Елкенеп, елеп үтәмен
Тауҙарын, сағылдарын.
Елдәрҙе ҡыуып етәмен —
Шәп минең саңғыларым!
Ҡош булып та осамын мин,
Кейектәй сабып уҙам,
Тауҙы тауға ҡушамын мин,
Аҡ ҡарҙа ярып ыҙан!
Иҫәбегеҙ иҫер елдән
Юҡ икән ҡалышырға,
Баҫығыҙ әйҙә саңғыға,
Сығайыҡ ярышырға.
 
 


1988 йыл